Предыдущая публикация
Йөрәгеңә өймә таш итеп
Бер кем күрмәгәндә илап ал да
Йылмай барыһына үс итеп.
Йөрәгеңде һаҡла ! Йөрәк бит ул
Яратырға тыуған был ергә
Ауыр итеп, уны интектереп
Нигә әле таштар өйәргә .
Һөйөү орлоҡтары сәс һин уға
Сәскәләргә күм һин һәр ҡылын
Нурҙар сәсеп торһон тирә-яҡҡа
Һәр тажынан һөйөү -наҙ таһын !
Үткәрә бел барлыҡ үпкәләрҙе
Асыу һаҡлап йөҙөң ҡарайтма
Йөрәгеңдең һәр бер ҡылын һаҡла
Ауыр уйҙар менән ҡартайтма .
Сихри моңдар сыңлап торһон унда
Күңелеңде айҡап -сайҡаһын !
Һөйөү -наҙҙар менән тулы булһын !
Ә хистәрең, әйҙә , тулаһын .
Тулаһындар, әйҙә , тулаһындар
Мөхәббәттән янһын йөрәгең
Был донъяла тик мөхәббәт кенә
Бәхетле итә кеше ғүмерен.
Рүзилә Гатауллина
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 1