ялған байрам, ялған дуҫтар ,
Ялған маҡтау, ялған постар, ялған тостар,
Ашығабыҙ , ярышабыҙ , маҡтанабыҙ .
Башҡаларҙың ҡайғыһына шатланабыҙ .
Бәрәкәтһеҙ байлыҡ менән донъя тулған ,
Мөхәббәтһеҙ хистәр менән йөрәк туңған .
Ялған донъя хәҙер инде шаҡ ҡатырмай ,
Ысын булмаған бәхет мине шатландырмай
Ялған донъя ... ят матурлыҡ , яһалмалыҡ .
Тыштан көлөп торһаҡ та беҙ уҫалландыҡ.
Кәрәк булған өсөн генә дуҫлашабыҙ,
Бер туғандар оялмайса судлашабыҙ .
Ялған донъя ... ялған һүҙҙәр, ялған хистәр,
Интернетта әрәм уҙған яҡты кистәр.
Бер-береңә ярҙам итеп йәшәү бөткән
Ҡунаҡтарға йөрөмәйбеҙ инде күптән.
Ялған донъя ...яңы көнгә ышаныс юҡ ,
Күңелдәрҙә тыныслыҡ юҡ, ҡыуаныс юҡ .
Таш йөрәктәр йәшерелгән яҡты йөҙгә,
Яуыз уйҙар йәшерелгән татлы һүҙгә .
Ләйлә Дәүләтова
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 6