Предыдущая публикация
Гел бирелмә хәсрәт-уйҙарға.
Аҡ ҡанатлы болоттарға ҡара,
Йәшел үләндәргә, ҡырҙарға.
Һине уйлап, моңһоуланған саҡта,
Мин дә тәбиғәткә өндәшәм.
Йырлы, моңло йылғаларға киләм,
Таңғы елдәр менән һөйләшәм.
Улар мине аңлай, наҙлай белә,
Һәр бер килеүемә улар шат.
Тәбиғәт бит серҙе һаҡлай белә,
Бүләк итә белә пар ҡанат...
Тәбиғәтте аңлай белһәң әгәр,
Тәгәрәмәҫ йәнең түбәнгә.
...Ауыр саҡта аҡ болотҡа ҡара,
Киң ҡырҙарға, йәшел үләнгә...
А.Таhирова.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 3