Предыдущая публикация
Июль тыуҙы. Һауғынамы, июль!
Ике ҡуллап тороп күрешәм.
Нисек булыр икән йәй уртаһы?
Маҡсат - уйҙарыңды белешәм.
Өндәшмәйһең, бер ҙә ашыҡмайһың
Серҙәреңде түгеп-сәсергә.
Эҫе һағындырҙы.Тура килһен
Ҡалын кейемдәрҙе сисергә.
Июнгә лә рәхмәтебеҙ сикһеҙ,
Ҡорғаҡһыған ерҙәр йәшәрҙе;
Ямғыр менән ҡуша беҙ иланыҡ,
Ҡыуаныстан түгеп йәштәрҙе.
Еркәйебеҙ — йәйҙең хөкөмөндә,
Билбауырҙан үҫте үләндәр.
Ҡайҙа ғына баҡма — йәшеллектәр,
Ҡайҙа ғына баҫма — келәмдәр.
Һәйбәт булды. Шөкөр итә - итә
Оҙаттыҡ та һалҡын июнде...
Июль тыуҙы. Эҫе йәй көтәбеҙ,
Сисеп ырғытырлыҡ кейемде.
Флүрә Маликова
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 1
/үткән йыл яҙылған/
Елгә сайҡалыу япраҡты,
Июль торошо ҡарайтты,
Йәшеллегенә алыша,
Яуа ямғырҙар шаулаша.
Шыбыр—шыбыр ямғыр яуа,
Тауҙан томан булып ауа,
Тәҙрәгә һуғылып ағыр,
Көйләтә тулы тылсым йыр.
Ҡыҙыу июль ашыҡмале,
Йәшеллекте ҡарайтмале!
Шинеп һарғайған үләнде,
Тамсы шифалай тергеҙҙе.
Көн—төн аша яуа ямғыр—
Тонсоғоу һауа кастырыр.
Ишәйтеү һәләтен аса,
Тамсылары ергә баҫа.
-Яуам,яуам—йырлай ямғыр,
Тирә—яҡ теләгенә йыр,
Иң һыуһағаны берҙән-бер,
Йәшеллеген һулытмаҫ ер...