Предыдущая публикация
Таң ата ла эңер төшә,
Төн етә. Ваҡыт елә!
Ошо ярһыу миҙгелдәрҙе
Туҡтатып торғо килә.
Бер-бер артлы теҙелешеп,
Көндәрем ҡайҙа саба?
Ашыҡтыралар мине лә
Сал ҡартлығыма табан.
Ваҡыт етмәй! Өлгөрмәйем!
Теләктәрем – суҡтан-суҡ,
Мәшәҡәттәр баҫтыралар –
Ҡартайырға ваҡыт юҡ!
Һәр бер эшем – үҙе бәхет,
Һәр бер ғәмәлем – шатлыҡ,
Үпкәләмәйсә, ситтәрәк
Көтөп торһаңсы, ҡартлыҡ?!
Фирүзә Абдуллина.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев