Предыдущая публикация
Күренмәҫме тиеп үткәндәр.
Тауҙарҙы ла йылдар баҫа икән
Олоғайып китеп сүккәндәр.
Һыуҙарына һикереп төшәм тиһәм ,
Иҫтәремә төшөп үткәндәр .
Бер үк һыуға ике кермәйҙәр шул
Һыуҙар инде ағып киткәндәр.
Һуҡмаҡтарын эҙләп китәм тиһәм ,
Осратмаҫмы тиеп үткәндәр.
Тәпәй эҙем ҡалған һуҡмаҡтарға ,
Кесәркәндәр ятып үҫкәндәр .
Һағындыра ,
Һағындыра икән,
Һағындыра икән үткәндәр .
Барыһы иҫтә ,
барһы ла шул уҡ кеүек ,
Тик беҙ генә инде ... бүтәндәр.
Н. Гайсина
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 3