Предыдущая публикация
Һөйөп туя алмайым үҙеңде .
Һәр һулышым , моңом , уй-хистәрем -
Аңлатырға етмәй һүҙем дә.
Ғүмеркәйем!! ! Йылың, ай, көндәрең -
Минең бәхетем ул... Яҙмышым .
Сәғәттәрең, минут, секундтарың -
Үҙең насип иткән булмышым...
Борсолоуым, янып-көйөүҙәем
Йәнгенәмдең һынай ныҡлығын .
Шатлыҡтарым , янда яҡындарым
Иҫбатлайҙар борсоу юҡлығын .
Ҡосоп һөйәр инем һине тормош ,
Әгәр етһә ҡолас -буйҙарым!
Тик әлегә көсһөҙ бер бәндәң мин,
Ҡоса һине яҡты уйҙарым. ..
Нигматуллина Рузалия
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 1