Предыдущая публикация
Юҡ, бәхетте хәҙер эҙләмәйем,
Бәхет мине үҙе эҙләһен.
Булғанына бөгөн ҡыуанамын,
Барлайым да йылдар теҙмәһен...
Шөкөр тием, Хоҙай биргәненә
Мин бит әле ерҙә йәшәйем.
Матур уйҙар, хыялдарым менән
Йәшендәрҙәй ҡайсаҡ йәшнәйем.
Өмөттөрем әле һүрелмәгән,
Сабырлығым, көсөм етәрлек.
Күңелемде сирткән хыялымды,
Ысынбарлыҡ итеп китәрлек...
Юҡ, бәхетте хәҙер эҙләмәйем,
Бутамаһын минең күңелде.
Йылдарымдан теҙмә теҙгәнемдә,
Күпме ваҡыт, тирем түгелде?
М. Мәғәсүмов.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 3