Миҙгелдәргә торор ғүмерҙәр .
Бер-бер артлы үрҙәр яулай кеше,
Бер-бер артлы бейек ул үрҙәр .
Үрҙәр бейек . Менеүҙәре ауыр ,
Төшөүҙәре ауыр унан да.
Ҡәҙерҙәрен белә, аңлай микән,
Һанлай микән үрҙә ҡалғандар ?
Дан-дәрәжә һис мәңгелек түгел —
Кешелегең ҡалһын кешегә.
Һис маҡтанма , ана булдырдым, тип —
Халҡың баһа бирһен эшеңә.
Бер һауаны һулап йәшәһәк тә,
Ана бит беҙ шундай төрлөләр :
Ҡаты бәғерлеләр , битарафтар ,
Йомшаҡ күңеллеләр, серлеләр.
Донъя йөгөн тартып ғариҡ булған
Ас-яланғас үкһеҙ сабыйҙар ,
Донъя малын кеҫәһендә йөрткән,
Ер кендеге булған ағайҙар .
Ҡояш һыйып бөткән йөрәктәр бар,
Ҡара урман кеүек күңелдәр.
Йылдар түгел, изге эштәр менән
Үлсәнә лә беҙҙең ғүмерҙәр .
Барыбыҙ ҙа Хоҙай балаһы бит —
Мәңгелеккә бер көн китәһе .
Аҡыл һатмайым — тормош фәлсәфәсе —
Был ғүмерҙе матур үтәһе .
...Бер ғүмергә торор миҙгелдәр бар,
Миҙгелдәргә торор ғүмерҙәр .
Үрҙәр арты үрҙәр яулай кеше,
Бер-бер артлы бейек ул үрҙәр ...
Нурлан ГАНИЕВ.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 1