Предыдущая публикация
Иреп юғалырҙар бер көнө.
Яңылары тыуыр. Ана шулай
Донъя ҡыуа кеше көн - төнө.
Донъя теүәлләйбеҙ бер туҡтауһыҙ,
Әйтерһең дә, ғүмер мәңгелек.
Бер туғандар менән күрешмәйбеҙ,
Эшебеҙ күп, ваҡыт тар, имеш.
Ҡайһы ваҡыт яҙмыш, беҙҙе йәлләп,
Үҙе асып һала кәрттәрен.
Баш ҡалҡытмай, донъя көткән әҙәм
Кире яҡҡа бора тәртәһен.
Юҡҡа ғына була осрашыуы
Бер бөтөндең ике яртыһы.
Ваҡ - төйәккә батҡан ярты йәндәр
Күрмәй ҡала бәхет асылын.
Күрмәйбеҙ шул яҙҙың йәмле сағын,
Ишетмәйбеҙ үлән ҡалҡҡанын,
Аңламайбыҙ ямғыр бышылдауын,
Бәпембәнен сәскә атҡанын...
Бер саҡ арып ығы –зығыларҙан,
Үткән юлыбыҙға бағабыҙ.
Ғүмер үтеп бара. Ә беҙ һаман
Ваҡ - төйәккә ҡарап ҡалғанбыҙ...
Сәкинә Тотманова
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев