Предыдущая публикация
Үткәндәрҙең ҡәҙерен белер өсөн йылдар кәрәк .
Хәтер һандыҡтарын аҡтарырға уйҙар кәрәк .
Емештәрҙе үрелеп өҙәр өсөн буйҙар кәрәк .
Кесе аҙымдарҙан эҙ һалырға айҙар кәрәк .
Бер һуҡмаҡтан тигеҙ атлау өсөн яйҙар кәрәк.
Уҫалдарҙы бер аҙ майларға көйләү кәрәк.
Һанһыҙҙарға аңлатырға мең ҡат һөйләү кәрәк .
Ауыр саҡта дуҫтарыңа иңде терәү кәрәк.
Ғүмерлеккә йәнәшәңдә терәк – берәү кәрәк !
Айгөл Баһавиева
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 2