Предыдущая публикация
Яҙмыш биргән һәр бер йәшемде ,
Йылдар өҫтәй ғүмер ... Алдағыһын
Талғын нығыраҡ һөйәр өсөнмө ?
Ете ҡатлы бер ҡартлығын һөйәм
Баласаҡтың ете йәшлеген ,
Уң ете ҡат көнгә иҫкә төшә
Ун етеле гүзәл йәшлегем .
Ҡырыҡ йәштең ҡырыҡ мәшәҡәтен
Һөйә белдем... Ауыр күрмәнем,
Илле көндәй кеүек ғүмер үтте
Алтмыштарға табан үрләнем.
Һәр йәшемдең үҙенә хас йәме
Үҙ бәхете... Үҙ күркәмлеге,
Маңлайҙарҙа булһын , уҡып булмай
Ни үтәһен , ни күргәнлеген.
Күңелемдән рәхмәт уҡый - уҡый
Барлағанда йылдар тиҫбеһен ,
Доға итеп һорайым мин яҙмыштан
Талғын әҙерәк кенә өҫтәһен !
Физалия Давлетгареева
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 1