Предыдущая публикация
Була ағы, була ҡараһы...
Ни булһа ла, беҙ үтәһе юлдар,
Булмаһын тик йөрәк яраһы.
Ҡараларын үткән ваҡыттарҙа
Хоҙай бирһә ине сабырлыҡ..
Донъя теҙләндерҙе тигәндә лә,
Аяҡ өҫтө баҫып ҡалырлыҡ.
Ә аҡтарын ҡыҙғанмаһын ине,
Ысын бәхетте килә табаһы!
Күпләп бирһен, сөнки барыбыҙ ҙа
Кемдәрҙеңдер ғәзиз балаһы.
Тормош һикәлтәле, ҡараһы ла,
Аҡтары ла булыр етәрлек...
Көсөн бирһен, аҡыл ташламаһын
Матур итеп ғүмер итерлек!
А. Сәләхова
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев