Ғүмер – йылға, ә мин бер һал.
Аға бирәм тыныс ҡына
Ошо йылға ағышында,
Ике ярҙың ышығында.
Ғүмер – йылға, мин – боҙватҡыс.
Ҡайсағында боҙҙар ярам
Алға табан барғанымда,
Маҡсатҡа ынтылғанымда.
Ғүмер – йылға, ә мин – ләме.
Төпкә төшөп ятҡаным бар
Ҡайғыларға башым эйеп,
Яҙмыш һынауынан биҙеп.
Ғүмер – йылға, ә мин – елкән!
Елдәр үҙе көсөн биргәс
Алға еләм еңел генә,
Буйһонам да түҙем генә.
Ғүмер – йылға, ә мин – һалам.
Дуҫ – туғандар шул һаламға
Батып китеп барғанында
Тотоналар ҡай сағында!
Ғүмер – йылға, унда дауыл.
Көтмәгәндә йәнгенәмде
Тулҡынында ҡаға-һуға
Хәүеф – хәтәр биләп ала.
Ғүмер – йылға, ә мин – ҡояш.
Тирә-яҡҡа нурҙар һибеп
Күңелем йылыһын бирәм,
Барыһын да тигеҙ күрәм!
Ғүмер – йылға, ә мин – үҙем.
Уҫал заттар ҡаршы тороп,
Ҡараһа ла юлым быуып,
Ҡала киләм үҙем булып!
Люция Фазлиәхмәтова.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 2