Предыдущая публикация
Үләндәр ҙә, үҙәндәр ҙә туйған,
Йылғалар ҙа ташты ярынан.
Бер туҡтамай бөгөн ямғыр яуа,
Көҙ еттеме әллә яңынан?
Бәпкә үләндәре хәҙер үҫеп,
Сырмалсыҡҡа оҡшап ишелде.
Ағас ҡапҡа ямғыр һыуҙарынан,
Көс еткеһеҙ булып шешенде.
Әллә бөгөн күктә тишелгәнме -
Һыу ташыған төпһөҙ ҙур силәк?
Яуым - төшөмдәре имен үтһен,
Хәйерлегә булһын - бар теләк...
М. Мәғәсүмов.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 3