Предыдущая публикация
✅ Бөгөн "Өфө һөйләй" тапшырыуына ҡунаҡҡа килгән “Әсә йөрәге” төбәк йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Гөлшат Ибраһимова матур яңылыҡ менән уртаҡлашты.
Баш ҡалабыҙҙа һаулыҡ буйынса мөмкинлектәре сикле балалар һәм үҫмерҙәр өсөн "Торнаҡай" реабилитация үҙәге асылды. Унда Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы реабилитациялауға биргән сертификаттар буйынса ла килергә була.
Был сертификаттар Өфөнән алыҫта йәшәгән балаларҙың ата-әсәләренә реабилитация курсын үтеү ваҡытына йәшәү урыны мәсьәләһен дә хәл итергә ярҙам итә ала, ти Гөлшат Әхәт ҡыҙы.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев