Предыдущая публикация
Хәйбулла районынан Салауат Юлдашбаев компьютер буйынса Бөтә Рәсәй чемпионатында еңеү яуланы.
Ярыш пенсионерҙар араһында дистанцион форматта үткәрелә. IT-чемпионатты күптәр көтөп ала, бик теләп ҡатнаша. Уның маҡсаты - оло йәштәге граждандар, пенсионерҙар һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр араһында компьютер технологияларын популярлаштырыу.
Финалға сығыусылар смартфонда эшләү, һанлы мөхиттә финанс белем һәм Яндекс эҙләү системаһында эшләү кеүек йүнәлештәр буйынса үҙ белемдәрен тикшергән.
Салауат Рафаэль улын был лайыҡлы еңеүе менән ҡотлайбыҙ!
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев