Проект Башҡортостан башлығы ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырыла. Прибор ишетеү һәм күреү һәләтенән мәхрүм ҡалған 1-се төркөм инвалидтары, шулай уҡ йөрөй алмаған кешеләр йәшәгән йорттарға ҡуйыла.
“Благовещен, Ишембай, Стәрлетамаҡ һәм Тәтешле райондарында һынау үтә. Был биләмәләрҙә аталған категорияға ҡараған 1347 кеше йәшәй. Прибор һәм сим-картаның хаҡы уртаса 6 мең ярым һум була”, тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан.
Йортта төтөн сыҡҡан осраҡта янғын иҫкәртеү ҡоролмаһы тауыш бирә. Тиҙ арала программаға индерелгән абоненттарға, шул иҫәптән янғын һүндереү бүлексәләренә смс-хәбәр ебәрә. Проектты тормошҡа ашырыу утта һәләк булғандарҙың һанын кәметеүгә булышлыҡ итә.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев