Бөгөн унда һабантуй гөйрләй. Милли байрам илебеҙе баш ҡалаһында йыл һайын ойошторола. Унда беҙҙең республиканан ҙур делегация ҡатнаша. Майҙанда башҡорт этноауылы барлыҡҡа килгән. Ҡырмыҫҡалы һәм Ейәнсура райондары вәкилдәре тирмәләр ҡорған, оҫталыҡ дәрестәре үткәрә, милли ризыҡтар менән һыйлай.
Мәскәү һабантуйына махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ ҙа саҡырылған. Сара йыл һайын 200 меңгә яҡын кешене йыя. Милли байрам барышында беҙҙең республика артистары баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтарына бай концерт программаһын тәҡдим итә.
“Байрам бик оҡшай. Шуныһы үҙенсәлекле, Башҡортостанда бер генә тапҡыр ҙа һабантуйҙа булмағанмын икән (бала саҡтағыһы иҫәпкә инмәй – уларын иҫләмәйем), шуға ла бөгөн айырыуса тулҡынландырғыс һәм матур көн”, - ти беҙгә сағыу рәсемдәр ебәргән Миләүшә Муллағолова.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев