Мексикала Яңы йыл төнөндә ишектәрҙе асыҡ ҡалдырып, тәҙрәнән урамға һыу һибәләр, тәңкә ташлайҙар ҙа, аҡсаны сығып йыйып алалар.
Шулай уҡ Үҙәк һәм Көньяҡ Америкала йәшәүселәр Яңы йыл төнөндә уңышты төҫлө трусиктар кейеп тә "саҡыра" икән: мәҫәлән, яңы йылда үҙ ишен осратырға теләгәндәр - ҡыҙыл төҫтәгеһен кейә, байлыҡҡа сарсағандар - һарыһын, именлек, тыныслыҡҡа ынтылғандар - аҡ төҫтәгеһен.
Японияла куранттар беҙҙәге кеүек 12 тапҡыр түгел, ә 108 тапҡыр һуға. Гонаһтарҙы йыуып, яңы йылға саф килеш инер өсөн, әлбиттә. Был илдә Яңы йыл байрамдары өс көн дауам итә. Изге фәрештәләрҙе йәлеп итеү маҡсатында ишек янында ҡарағай, бамбук, слива ботаҡтарын ҡуялар.
Германияла иһә ҡот ҡоялар: ҡурғаш йөрәк йәки балдаҡ формаһында булһа - кешене һөйөү, туй көтә, түңәрәк - йыл буйына уңышты юрай, ә инде сусҡаға оҡшаһа - муллыҡҡа өмөт итергә була икән.
Эстонияла йыл буйына муллыҡта йәшәр өсөн Яңы йыл табынында 7, 9 йәки 12 төрлө ризыҡ ашарға кәрәк. Был һандар улар өсөн изге һанала. Тәрилкәләге аҙыҡты тулыһынса ашап бөтмәй, изге рухтар өсөн ҡалдыралар.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 1