2022 йыл Башҡортостанда Һөнәри белем тармағын яңыртыу, лайыҡлы эш шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылы тип иғлан ителде, тип хәбәр итте республика етәксеһе Радий Хәбиров 28 декабрҙә Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә.
«WorldSkills конкурсын лайыҡлы үткәрҙек, унда беҙҙең команда шәп сығыш яһаны, шунан һуң беҙ һөнәри белем биреү системаһы менән нығыраҡ эшләү кәрәклегенә иғтибар иттек. Беҙҙә 96 колледж бар. Һөнәри белем биреү тармағын яңыртыу тураһында яҡшылап уйларға кәрәк. Хәҙер Рәсәй Хөкүмәте менән Өфөлә профессиональ белем биреү хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреү буйынса федераль үҙәк асыу тураһында һөйләшеүҙәр алып барабыҙ. Бының өсөн ярҙам алырбыҙ тип ышанам. Урта махсус уҡыу йорттары ятаҡтарында ла яҡшы шарттар булдырырға, әммә тәү сиратта уҡытыу-производство базаһын яңыртырға кәрәк», - тине ул.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙып барған 2021 йыл Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмер йылы эгидаһы аҫтында үтте.
"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев