Үтмәҫ төйөр әллә тамағына
Бик күптәрҙең илем - Рәсәйем,
Ҡурҡытыуҙар һәм янауҙар эсеп,
Төтөн, ҡоромдарҙан сәсәйем.
Ер байлығы бирмәй микән тынғы,
Берҙәмлекме беҙҙең оҡшамай?
(Төрлө милләт бер туғандай ерҙә
Көслө дәүләт тиктән ҡаҡшамай).
Яулап ҡаранылар ут яуҙырып -
Өңдәрендә тыҡтыҡ өндәрен.
Тик ятманы дошман, ағыу сәсеп
Яйлап алды килер көндәрен.
Һөжүм асты ҡулға мылтыҡ алмай
Иң ҙур көскә төбәп - ДУҪЛЫҠҡа.
Быуат төпкөлдәрен аҡтарҙылар,
Бик тос запас йыйып юллыҡҡа:
"Тәү бабаһы уның һеҙҙе баҫҡан...
Ә тегеләр талап алғандар...
Ер хужаһы һеҙ бит, тик ятмағыҙ,
Суҡынышып китһен ҡалғандар!"
... Дядя Саша - атам дуҫы, урыҫ...
Әхирәтем - сыуаш Людмила...
Хатта динһеҙ тәҡдим яһағайны:
"Моей душе, - тиеп, - ты мила!"
Ана шулар миңә дошманмы ни,
Шулармы ни була килмешәк?
Нисә быуын татыу ватандаш беҙ,
Аңламаҫтыр быны тик "ишәк"!
...Оло һынау үтә бөгөн ДУҪЛЫҠ:
Иңгә терәп иңде баҫҡандар...
Бер тонсоғоп ҡуйырһығыҙ инде
Шул төйөрҙән, һуғыш асҡандар!
Гөлкәй И.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев