БӘЙГЕГӘ ЙОМҒАҠ ЯҺАНЫҠ.
Бала саҡ һәм үҫмер йылдар иҫтәлеген һаҡлаусы, ваҡыт арауығында үҙенә саҡырып, ололап ҡаршы алыусы изге йорт - мәктәпте тамамлағандан һуң тиҫтә йылдар үткәс элекке һабаҡташтарҙың осрашыуы – айырыуса тулҡынландырғыс, шатлыҡлы мәл.
Синыфташтар, уҡытыусылар менән күрешергә, күңел түрендә матур хәтирә булып һаҡланған мәктәп йылдарын иҫкә алырға һәм ғүмер юлында ирешкән уңыштар менән уртаҡлашырға мөмкинлек бирә. Күрешеүҙәр менән донья йәмле. Ҡыуаныслы һәм шатлыҡлы көндә һөйләшәһе һүҙҙәр була, серҙәр берегә, йырҙар йырлана, моң, һағыштар тарала, шатлыҡ — дәртле бейеүгә күсә.
Күңелдәрҙе елкеткән «Класташтар менән осрашыуҙар» хаҡында «Сәләм» телеканалының "Одноклассники" төркөмөндә 13 майҙа конкурс иғлан иткәйнек. Бәйгегә йомғаҡ яһаныҡ.
Конкурс шарттарына ярашлы төркөмдәшебеҙ РӘИЛӘ ДАУЫТОВА еңеүсе, тип билдәләнә. Ул «Ассы» шифаханаһына ике көнлөк ял путевкаһы менән бүләкләнә. Ихлас йөрәктән уны ҡотлайбыҙ һәм уңыштар теләйбеҙ.
Хәтирәләр аша бер хәсрәтһеҙ бала саҡ һәм күңелле йәшлек йылдарына әйләнеп ҡайтып, ғүмерҙең күҙ асып йомған аралағы кеүек елеп үтеүе һәм мәктәп йылдарына бары тик хәтер ҡанатында ғына ҡайтып килергә мөмкин булыуы бер аҙ моңһоулыҡ хисе лә өҫтәһә лә конкурсты йәмләп ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәтлебеҙ, бәйгене иғтибарһыҙ ҡалдырмаған бар дуҫтарыбыҙға. Имен –һау булығыҙ! Ә еңеүсенең беҙгә шылтыратып бәйләнешкә сығыуын көтәбеҙ.
Тел: 8 917 439 29 57.
Конкурс о самых трогательных "Встречах с одноклассниками" мы объявили в группе "Одноклассники" телеканала "Салям" 13 мая. Подвели итоги конкурса. Согласно условиям конкурса, победителем признается наша одногруппница Раиля Даутова. Она награждается путевкой "Тур выходного дня" отдыха в санаторий "Ассы". От всей души поздравляем и желаем успехов. Мы благодарны всем участникам конкурса, всем друзьям, которые не оставили конкурс без внимания. Будьте здоровы! А пока ждем, когда нам позвонит победитель и свяжется с нами. Тел: 8 917 439 29 57.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев