(Миләүшә Ҡыҙрасованың сәхифәһенә "ҡунаҡ"ҡа кереп сыҡҡандан һуң)
Ҡатын-ҡыҙға, беҙгә, нимә етмәй...
Барыһы бар - шөкөр ит кенә!
Бар донъяны яулар көслө заттар -
Хыялдарҙа ос та кит кенә!
Йырсы ҡоштар ҡунған күңелдәргә,
Бар йыһанды моңға күм генә!
Донъя биҙәр алтын ҡулдар беҙҙә,
Теләктәргә һүҙһеҙ күн генә!
Сәсән телле тиһең? Эйе, был - беҙ!
Һәр һүҙебеҙ башҡорттоң ҡото!
Бәлә килһә - "ир-ҡыҙ"! Алғы сафта!
Сая ҡыйғыр! Урал бөркөтө!
Беҙ - сибәрбеҙ, беҙ - тоғробоҙ, эйе,
Беҙ ғорурбыҙ башҡорт булыуҙан.
Саҡматаштай осҡон сәсәбеҙ ҙә,
Тиҙ ебейбеҙ күңел тулыуҙан.
Беҙҙең байраҡ - ата-баба рухы,
Ал маяҡтай үргә ул әйҙәй.
Еребеҙҙең алтын ҡаҙығы беҙ,
Уға һөйөү ныҡтан ныҡ бәйҙәй.
Нимә етмәй беҙгә? Барыһы бар:
Уландар бар батыр, аҫылдар,
Илде биҙәр ҡыҙҙар үҫтерәбеҙ...
Беҙ шундайҙар инде асылда.
Гөлкәй И.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 3
Ашҡаҙарға күптән төшкәнем юҡ,
Аҡҡоштарҙың йыры һағындырған.
Бөгөлгәндә шулар булды миңә,
Ҡанат ҡуйып иңгә ҡағындырған.
Ашҡаҙарға күптән төшкәнем юҡ:
Тулҡынына серем сискәнем юҡ.
Һағыш йырҙарымды йырлай - йырлай,
Ялан аяҡ һыуын кискәнем юҡ.
Ашҡаҙарға күптән төшкәнем юҡ,
Һыуһыныма һыуын эскәнем юҡ...
Гөлкәй И.