Предыдущая публикация
Ултырырға тура килде түрҙәрҙә лә,
Ҡыйыу ғына менгеләнем үрҙәргә лә:
Аяҡ өҫтөн, тигеҙлекте хуп күрҙем мин,
Әсе менән сөсөләрҙе күп үрҙем мин;
Һандалымдың усағында һуғылдым да,
Дауылдарҙа талдай ергә һығылдым да,
Бил һынманы бөгөлһәм дә, төҙ турайҙы,
Ә һыҙланһам имсе иттем сор ҡурайҙы;
Хәл йыйырға ҡарт имәнгә һөйәлдем дә,
Атайсалым елдәренән һөйөлдөм дә,
Бер кинәнеп рәхәтләнеп шашып көлдөм;
Ә ҡайһы саҡ хатта донъямдан төңөлдөм...
...Бәхеттәргә асҡыс - һынау ...
икән, белдем...
Гөлкәй Исмәғилева.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 1