Эшкә киләләр, ә баш йүнәтергә аҡса ла, араҡы ла юҡ. Былар булалмай, яңыраҡ эшкә кергән шул танышыма:
- Яҡын тирәлә, берәй белгән, оло йәштәрҙәге кешең юҡмы, тәҡдим итеп ҡара, - тип кәңәш биргәндәр. РТС ҡасабаһында бының инде хаҡлы ялға сыҡҡан әбей тейеш зат-зәүере йәшәгән. Шуның өйөнә барып, әү – хәүәл белешкәс,
- Әбей, һиңә арзан ғына хаҡҡа ҡәбер ташы кәрәкмәйме? – тип йомошон әйткән.
Хужабикә тыныс ҡына:
- Ярар, улым, уйлармын, иртәгә килерһең, - тигән.
Икенсе көнөнә әбей:
- Балаларым менән кәңәшләшкәйнем, улар: "Инәй, үлергә ашыҡмай тор. Һин беҙгә, ейән-ейәнсәрҙәреңә бик кәрәкһең әле. Хоҙай Тәғәлә үлемдән үҙе һаҡлаһын, әгәр ундай хәл була ҡалһа, ҡәбер ташын үҙебеҙ алып ҡуярбыҙ", тип кәңәш бирҙеләр, - тигән. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2024-07-08/kesheg-lem-tel-m-3839366
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев