Сеңләү тынманы. Инде ул үкһеп-үкһеп илау тауышына әйләнде. Ҡапылғара йоҡоһонан ай нып, күҙҙәрен аса алмай ятҡан Гүзәлдең зиһенен йәшен тиҙлегендә бер уй телеп үтте: "Әсәйем!"
– Уй Аллам, ҡалай йоҡлаған да киткәнемсе, – тип ғәйепле төҫ менән йәнтәслимгә ырғып тороп ултырҙы, уранып ятҡан дебет шәлен бер яҡҡа атып бәрҙе. Өйөмдә йоҡлап ятам тип, ҡайһылай онотолоп киткәнсе. Ике көнгә ҡунаҡҡа тип кенә ҡайтып, ҡапыл әсәһенең ауырып киткәнлеген дә, "Тиҙ ярҙам" машинаһы саҡыртып уны дауаханаға һалғанлығын да иҫенән сығарған, имеш... Инде тиҫтәләгән йылдар эсендә иҫәпһеҙ-һанһыҙ ауырыуҙарҙың улай ҙа, былай ҙа борғоланып аунауынан пружиналары бушап бөткән, төбө иҙәнгә етә яҙып эйелгән иҫке карауат шағыр-шоғор итеп ҡалды. Йәш ҡатын ашығып дөбөр-шатыр карауатынан ырғып тороуы булды, ҡаршыла ятҡан әсәһе күҙен асты.
Илау тауышы был мәлгә инде шым ғына шыңшыуға күскәйне. Аптыранған Гүзәл, ҡабаланып, ҡалтыранған ҡулдары менән утты яндырып ебәрҙе. Көслө яҡтылыҡҡа күҙе сағылып, бер килкем асалаҡ-йомалаҡ булып торғандан һуң, күҙ алдындағы күренештән шаҡ ҡатты. Кисә кис кенә уларға бүлмәләш итеп күсерелгән әбей бөтә түшәк-яҫтығын йомарлап иҙәнгә төртөп төшөргәйне. Өҫтөндәге кейемдәрен дә сисеп берәм-һәрәм унда-бында ташлаған да илай-илай ҡаҡ карауатта кесе ярау итә ине... https://ejansura.ru/articles/common_material/2021-02-13/kenes-hik-y-m-in-y-f-rova-1196431
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев