Предыдущая публикация
Әллааһү Әкбәр! Ләә иләәһә илләл-лааһү Әллааһү Әкбәр, Әллааһү Әкбәр үә лил-ләәһиль-хәмд! Әлхәмдүлилләһ, изге Зөлхизә (Зүлхиджә) айына индек! Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙ салләлЛааһү ғәләйһи үә сәлләм әйтте:
"Аллаһ һөйә торған иң изге ғәмәлдәр - Зөлхизә айының алдағы ун көнөндә ҡылынғаны".
Ураҙа тотоуҙың бик тә сауаплы икәнен аңлаған мосолмандар, ғәҙәттә, был көндәрҙә мотлаҡ булмаған нәфел ураҙаларын тота.
Ә бына Ғәйет алдынан Ғәрәфә көнөндәге ураҙаны ҡалдырмаҫҡа кәңәш итте Рәсүлебеҙ ﷺ. Үткәндәге һәм киләсәктәге бер йыллыҡ гонаһтарҙан таҙарына торған бөйөк көн ул.
Әйткәндәй, Зөлхизә дүрт хәрәм айҙарҙың береһе. Гонаһ ҡылыуҙан үтә лә ныҡ һаҡланайыҡ!
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев