Башкортоста́н 100лет. Чува́шия Свет Фёдорова. 2018.04.10. (9). Башкортоста́н 100-лет "Урал моңдары". Конце́рт к 100-летию Башкортосте́на "Урал моңдары" (ТКЦ). состоялся Конце́рт к 100-летию Башкортоста́на "Урал моңдары" (ТКЦ) состоялся творческая встреча. Урал — башҡорт халыҡ йыры. Бик боронғо замандарҙа, әле иген сәсмәгән, бесән сапмаған ата-бабалар гел малын сәскә утлатып, ҡышлыҡ тибен эҙләп, ырыу-ырыу эркелешеп йәшәгән. Йыш ҡына ер-һыу өсөн ыҙғыш-талаштар ҙа булып торған. Бер ырыу икенсеһенең йәйләүен баҫып, мал-тыуарын, бала-саға, ҡатын-ҡыҙын ҡыуып алып китеүҙән миктәгәндән, аранан аҡыллылар сығып, ошондай яулашыуҙарҙы туҡтатырға саҡыра. Яугирҙар һөңгөләрен ергә сәнсеп, һөйләүсене йоторҙай булып, тыңлап торалар. Берәүҙәр ауыҙына үлән ҡабып, башын түбән эйеп, уйланып ултыралар. Һүҙгә эйәреп һүҙ киткән, ябай халыҡ аҡыллының һүҙен яҡшы, тип тапҡан. Яулашыуҙы ташларға булып, һүҙ ҡуйышҡанда, үҙе баш, үҙе түш аҡһаҡалдар араһында шау-шыу сыға. Уларҙың һәр ҡайһыһы үҙе морон төрткән ханын өҫтөн ҡуйырға даулашҡандар. Ыҙғышты үҙ-ара хәл итә алмағас, ерле ерендә кәңәш итеп, тағы ла бер ергә йыйылышып, Мәскәү батшаһына барып ҡарарға килешәләр. Бөрйәндән Иҫке бей, Ҡыпсаҡтан Ҡужаҡ, Тамъяндан Шағәле тигән кешеләр батшаға ебәрелә. Илселәрҙең йомоштарын Аҡ батша ентекләп тыңлай. Шунан уларҙың ер-һыуҙарын үҙ араларында бүлеп бирҙерергә һәм тирә-яҡ хандарҙан һаҡлашырға вәғәҙә биреп, үҙенә баш һалырға саҡыра. Илселәр, һәр төрлө ханға тырым-тырағай һалым түләгәнсе, бер ерҙә булыуҙы яҡшыраҡ булыуын күҙаллап, батшаның тәҡдимен ҡабул итәләр. Бер-нисә көн ҡунаҡ булып, ҙур бүләктәр, тарханлыҡ дәрәжәһе алып, илгә ҡайтып төшәләр былар. Ат-хат еткән ерҙән ете ырыу халҡын «Тарауыл» аҡланына йыйып, ҙур туй яһайҙар. Һәр ырыуҙан батырҙар көрәшкән,ҡурайсылар ярышҡан, йырсылар йырлашҡан. Аҡһаҡалдар, байҙар ат саптырған, һунарсылар сәп атышҡан. Быға саҡлы Уралды күрмәгән, буйына аяҡ баҫмаған ырыуҙарҙан килгән сәсәндәр Уралды кәмһетеп, Урал өсөн ыҙғышып йөрөгән ырыуҙарҙан көлөп йырлағандар