Тәнде ҡапшап, ағзаның торошон билдәләгән, дөрөҫ диагноз ҡуйған Гөлфирә Мәкмүн ҡыҙы Мөхәмәтдиновнаның был һәләте бер мөғжизә. Хәйер, 46 йыл кешеләрҙе ҡулдары менән массаж, һылау ярҙамында дауалаған, аяҡҡа баҫтырған Гөлфирә Мәкмүн ҡыҙы оҙаҡ йылдар медицина өлкәһендә эшләгән тәжрибәле табибә.
Әбйәлил районы Айыуһаҙ ауылы ҡыҙы Гөлфирә Мәкмүн ҡыҙы урта мәктәптән һуң, медицина училищеһының акушерлыҡ бүлегендә һөнәри белем алған.
Улы Илшат йыш ауырығас Өфөлә массаж серҙәрен үҙләштерә.
Врачтарҙан ваҡытында күрһәтелгән дауа һәм массаж менән 2-3 ай эсендә бәләкәй пациенттарҙы ғына түгел, өлкәндәрҙе лә сирҙәрҙән аяҡҡа баҫтыра.
Уға хатта Мәскәү, Санк-Петербург, Екатеринбург, Силәбе, Магнитогорск, Өфө, Учалы һәм башҡа яҡтарҙан дауаланырға килә.
- Массаж эшләү өсөн иң элек анатомияны, неврологияны, педиатрия менән хирургияны белеү фарыз. Нервы-мускул бөтөмдәрен, махсус нөктәләрҙе белмәй тороп нисек кешене дауаларға мөмкин икән һуң? Эйе, һыйпарға була, әммә дауаларға түгел, ти ул.
Тәғәйенләнеше менән ҡәнәғәт Гөлфирә Мәкмүн ҡыҙы , «тормошомдан, эшемдән, юлымда осраған кешеләрҙән уңдым», ти ул. Хәләле Фәрит менән 53 йыл бергә ғүмер кисереп, 3 бала үҫтереп, аяҡҡа баҫтырғандар. Барыһы ла белемле, һөнәрле булып, үҙ донъяларын ҡорған.
Бөтә сирҙәрҙе ваҡытында дауалау мөһим, үҙеңде операция өҫтәленә еткереү ахмаҡлыҡ, ти табип.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 74