Өс йәш егет сит илгә эш эҙләп килгән. 75 ҡатлы ҡунаҡханала йәшәргә туҡтағандар. Башҡалары буш булмау сәбәпле, уларға иң юғарғы ҡаттағы бер бүлмәне тәҡдим иткәндәр.
Ҡағиҙәләр менән таныштырып, ҡунаҡхана хеҙмәткәре уларға шундай иҫкәрмә яһаған: "Һеҙгә шуны белергә кәрәк: беҙҙә лифт киске 10-да эшләүҙән туҡтай һәм иртәнге 10-ға тиклем эшләмәй. Шуға күрә, һеҙгә йәйәү менергә тура килмәһен өсөн, һуңламай ваҡытында ҡайтып өлгөрөргә кәрәк." Егеттәр иғтибар менән тыңлағандар һәм бының менән килешкәндәр.
Беренсе көндө улар ваҡытында ҡайтып өлгөргәндәр, бер ниндәй ҙә проблема тыумаған. Икенсе көндө лә ваҡытында ҡайтып етерҙәр ине лә, тик юлда тығынға осрап, биш минутҡа һуңлағандар. Был ваҡытҡа инде лифт туҡтаған булған. Егеттәр ҡунаҡхана хеҙмәткәрҙәренән үҙҙәре туҡтаған ҡатҡа менеп еткәнсе лифтты бер нисә генә минутҡа эшләтеүҙәрен һорап ҡарағандар. Нисек кенә үтенеп һорамаһындар, уларға ыңғай яуап булмаған...
Был хәлгә күңелдәре ҡырылһа ла, егеттәргә баҫҡыс буйлап йәйәүләп күтәрелеүҙән башҡа сара ҡалмаған. Юлдары ҡыҫҡанан булмағас, улар сиратлап төрлө хәл-ваҡиғалар тураһында һөйләшеп барырға булғандар.
Беренсеһе әйткән: "Мин һеҙгә күңелле нәмәләр һөйләйәсәкмен." Иптәштәре риза булған, һәм улар күңелле, шаян хәбәрҙәргә ҡыуанып көлә-көлә, тәүге 25 ҡатты күтәрелгәндәр.
Икенсеһенең сираты еткән. "Мин һеҙгә уйланырлыҡ, фекер йөрөтөрлөк, фәһемле булырлыҡ хәбәрҙәр һөйләйәсәкмен", — тигән уныһы. Уны тыңлап, шулай уҡ юлдарының оҙонлоғон һиҙмәйенсә, тағы 25 ҡатты үткәндәр.
Өсөнсө егеткә һөйләргә сират еткәс, ул әйткән: "Мин һеҙгә моңһоу, бойоҡ хәбәрҙәр һөйләрмен, сөнки башҡа төрлөһөн белмәйем." Башҡалары ризалашҡан: "Ярай, һөйлә әйҙә. Һинең ошо хәбәрҙәреңде тыңлап, беҙ арып-талып, үҙебеҙҙең ҡатҡа менеп етербеҙ ҙә йоҡларға ятырбыҙ."
Һуңғы ҡатҡа менеп еткәс, был егет: "Ә хәҙер мин һеҙгә иң һуңғы — иң күңелһеҙ хәбәрҙе әйтәм: беҙ үҙебеҙ йәшәгән бүлмәнең асҡысын беренсе ҡатта ҡунаҡхана хеҙмәткәре янында онотоп ҡалдырҙыҡ бит, — тигән. Был һүҙҙәрҙе ишеткән дуҫтар, хәсрәткә батып һәм хәлдән тайып, иҫтән яҙып ҡолаған...
...Әгәр уйлап ҡараһаң, ошо егеттәр менән булған хәл беҙҙең тормошобоҙға бик оҡшаған. Улар юғары күтәрелгән ҡаттар — беҙҙең ғүмер йылдары һымаҡ. Беренсе 25 ҡатты был егеттәр күңелле, шаян хәбәрҙәр менән үткән һымаҡ, күпселек осраҡта беҙҙең ғүмеребеҙҙең тәүге 25 йылы ғәмһеҙ үтеп китә. Киләһе 25 йылда кеше өйләнә, балалары тыуа. Был йылдар ғаиләне ҡарау, эш менән үтә, һәм был осор тәүге йылдар һымаҡ бик үк ғәмһеҙҙән булмай. Бына шулай итеп, 50 йәштән һуң кеше үҙ ғүмеренең өсөнсө өлөшөнә етә. Ғүмерҙең был өлөшө беҙҙең әле һөйләгән тарихтағы кеүек: моңһоу ҙа, бойоҡ та. Кеше был йылдарҙа йыш ауырый башлай, — дауаханаларға йөрөй, эшләгән аҡсаһы күберәк дарыуҙарға китә башлай...
...Һәм иң аҙаҡта, ғүмер аҙағына еткәс кенә, кеше иң кәрәкле, иң мөһим нәмәһен онотҡанын аңлай. Ул үҙенә иң кәрәкле ишектең асҡыстарын онотҡан икән бит: мәңгелек Ахирәтенең, Йәннәтенең (Ожмахтың) асҡыстарын онотҡан бит!!! Ә уның асҡыстары — тиңдәш тотмайынса, бер Аллаһ Тәғәләгә генә ғибәҙәт ҡылыу: Аллаһтың ҡушҡандарын үтәү һәм тыйғандарынан тыйылыу... Үлем килгәс, кеше үҙ ғүмеренә байҡау яһап, йәшәгән йылдарына әйләнеп ҡарай. Ул ғүмеренең бушҡа, әрәмгә үткәнен аңлай, үкенә, кире ҡайтарып алырға теләй.Тик уға Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндә әйтә (мәғәнәһе): "Юҡ, һиңә кире ҡайтыу юҡ инде. Һиңә минең аяттарым килгәйне, тик һин уларҙы ялғанға һананың, тәкәбберләндең һәм иманһыҙҙарҙан булдың." ("Әз-Зүмәр" сүрәһе, 59-сы аят).
Шуға күрә, әйҙәгеҙ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, беҙҙе ҡалдырып киткәндәрҙең тормошонан фәһем алайыҡ, башҡа кешеләрҙең хаталарынан үҙебеҙгә аҡыл йыяйыҡ. Беҙ бит үҙебеҙҙең бүлмәбеҙҙең нисәнсе ҡатта икәнен белмәйбеҙ. Үҙ ғүмеребеҙҙе бер тапҡыр ғына йәшәйбеҙ бит, әйҙәгеҙ уны теге донъябыҙҙа табасаҡ нәмәбеҙ өсөн файҙаланайыҡ. Иң кәрәкле асҡыстарын — Йәннәтенең асҡыстарын онотҡан кешеләрҙән булмайыҡ...
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 2
Шулай шул
БИК маганале матур итеп язылган.
БИК дорос шул.эх улайда узезбездекенса эшлайбез.
Рахмат БИК Зур.
Әйтерһең дә ике ғүмер бар һымақ қыйланабыз .
Үкенесле ...