Предыдущая публикация
"Ҡырмыҫҡалылар - үҙебеҙҙекеләргә" ирекмәндәр штабы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға әүҙем ярҙам итә.
Ҡатын-ҡыҙҙар һуғыш яланында йөрөгән яугирҙарҙы тыуған яҡ яландарында бешкән ер еләге ҡайнатмалары менән ҡыуандырырға булған.
Хуш еҫле еләктәрҙән 40 банка ҡайнатма эшләп, тыштарына матур итеп яҙыу йәбештереп, яҡташтарына ебәрергә әҙерләп тә ҡуйғандар.
"Бынан тыш йәй мәлен файҙаланып, миндек, мәтрүшкә, кейәү үләне, иван-сәй һәм башҡа дарыу үләндәрен йыйып ебәрергә уйлайбыҙ", - ти штаб етәксеһе Резеда Әхтәмова.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 18