Предыдущая публикация
Ҡыҙҙар, урама бешерәбеҙме?!
Ауыҙҙа эрей, сәйнәп тораһы ла юҡ.😄
✓4 йомортҡа
✓4 аш ҡалағы һөт
✓1 сәй ҡалағы шәкәр
✓1 сәй ҡалағы үҫемлек майы
✓0,5 сәй ҡалағы ҡабартҡыс
✓он.
Йомортҡаларҙы һөт, шәкәр, май ҡушып миксер менән күперттем.
Он һалып ҡаты булмаған ҡамыр баҫтым һәм пакет эсенә һалып ял итергә ҡалдырҙым.
Ҡамырҙы 4 киҫәккә бүлдем.
Һәр береһен йәйеп таҫмалар киҫтем.
Таҫмаларҙың киңлеге 4 см, оҙонлоғо 20 см тирәһе булды.
Таҫмаларҙы таяҡҡа урап майҙа ҡыҙҙырып алдым.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев