Бының дүрт шарты бар.
Беренсенән, виноградҡа 14 көнгә бер генә һыу һибергә кәрәк. Емештәр өлгөргәнсе тупраҡты дымландырып тороғоҙ.
Икенсенән, 10 августҡа тиклем виноградҡа минераль ашламалар һибергә кәрәк. 10 – 20 грамм калий монофосфатын 10 литр һыуҙа эретеп, был ашламаны виноград япраҡтарына һиптерегеҙ. Шулай уҡ тамырҙарын да ашларға кәрәк: һәр ҡыуаҡ төбөнә суперфосфат, сернокислый калий, микроэлементтар эретмәһен һибәргә кәрәк. Былар барыһы ла инструкция буйынса эшләнә.
Өсөнсөнән, ҡоротҡостарға ҡаршы эшкәртеү мотлаҡ. Әгәр ҙә серек ауырыуы булһа, 70 грамм аш содаһын 10 литр һыуҙа эретәләр. Онло ысыҡ ауырыуы булһа, 7 грамм марганцовканы 10 литр һыуҙа эретергә кәрәк. Шунан һуң ҡыуаҡтарға әлеге эретмәләрҙе һиптерергә мөмкин.
Дүртенсенән, августтың икенсе яртыһында йәш үрентеләрҙең остарын 8-се япраҡтан башлап киҫеп сығырға кәрәк. Был – виноград ҡыуаҡтарына ҡышҡа кергәнсе нығынып ҡалырға ярҙам итә.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев