Алтмышынсы йылдарҙа Әрмет яғы ҡатындары Стәрлетамаҡ баҙарына йөрөгәндәр, күкәй,һөт ,шәл һатырға, аҡса эшләргә. Юлдың ҡайһы ерен йәйәүләп,ҡайһы ерен, бәхеттәре булһа , юлыңғай машинаға тейәлеп үткәндәр бахырҙар… бер заман бер партия ҡайтып килә икән баҙарҙан йәйәүләп ,кустәнәстәр тейәнеп. Бер шофер туҡтап ,тейәгән быларҙы кузовҡа, эй киләләр ти былар! Петровскийға етәрәк машина туҡтай , шофер ,тауға менә алмайым ,этегеҙ !,ти, руссалап… бисәләр ни этеп өйрәнгән, кумәкләп төшөп этә башлаһалар,бәтәс, машина елдереп китеп барған,быларҙы ҡалдырып… Йәйәүләп Петровскийға килеп етә ярһыған бисәләр, туп-тура милицияға:
- Тотоғоҙ ҡараҡты,фәлән-фәсмәтән… милиционер:
– Тоторбоҙ,тоторбоҙ, номерын , билдәләрен әйтеп бирһәгеҙ,-ти икән. Бисәләр ,кемуҙарҙан ҡысҡыра икән:
- Әйтәбеҙ, әйтәбеҙ, нишләп әйтмәй ти - кабинаһы аҡ ине , шоферы урыҫ ине!
.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев