Общий сабабыҙ., шунан күбәләп бүлешәбеҙ, һабантуйҙарың ситтә торһон! Беренсе киткән бесәнсе тиҙ сабырға тейеш, "һелкеүесләп "сапмаҫҡа тейеш. Ул үҙ бакуйын сыға ла , бөтәһе лә үҙ бакуйҙарын сыҡҡансы ял итә. Бесәнлек киң, бакуйҙың оҙонлоғо йөҙ метрҙай бар , ашыуы менән булмаһа, бесән дә ҡуйы ғына. Тик әнтәкәһе бар, артыңдан килеүсе салғысы һинән таһыллыраҡ икән- әҙер бул,үксәңде сабам тип теңкәңде ҡорота инде сығып бөткәнсе, телеңде арҡыры тешләп булһа ла бирешмәҫкә тырышаһың...
Бер йәш егет китте беренсе булып. Мин дә мин тип күкрәген генә төймәй инде , минең кеүек бер кем саба алмай ти бит, маҡтансыҡ . Ярай , үттек берәр бакуй. Икенсе бакуйға төшкәндә , икенсе булып күрше Фәнир төштө бит , ишеү миңә күҙ ҡыҫа- минең арттан төш ти инде...
Ә ул күршене берәү ҙә ҡыуып етә алмай ине- бер ыңғайына төшөп, һелтәй башлаһа туғыҙлы салғыһын , комбайн кеүек бакуйы ла киң, бесәнде лә сәс ҡырған кеуек - бер ниндәй бәйләнергә сәбәп ҡалдырмай саба! Мин өсөнсө булып төштөм, киттек, вжик, вжик, вжик вжик... Теге маҡтансыҡты күрше ҡыуып етте лә ,давай булыштырырға:
- үксәңде киҫәм, шәберәк ҡыймылда! Ҡулыңдан килмәй икән , артҡа шыл!
Теге егет бирешергә теләмәй сирыша, бакуйҙы ҡалдырып , артҡа күсһәң- күҙеңде лә астырмаясаҡ әсе телле ауылдаштары...
бакуйҙың яртыһына еттек:
- Эй, брат , һинең бит тотанағың тотмай башланы ! тип һаман кәзекләй бахыр егетте шуҡ күрше.Мин тағы нимәнән көлә тип, тыңлап ҡараһам, ысынлап , һелтәгән һайын пырт-пырт итеп бара икән дә беҙҙең егет.))))
Бакуйын сыҡты беренсе барыбер был , маладис,тик бүтән беренсе булып баҫманы , бәләһенән баш аяҡ тигәндер инде урта тирәлә йөрөнө...
Иншар Аскаров
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев