Ҡөрьәнле йорт ҡотло, нурлы, йылы, яҡты була, үҙенә тартып тора тейҙәр, ысынлап та шулайҙыр, Беҙҙең әңкәй туҡһан өс йәшендә мәрхүм булды, Ул һәр ваҡыт доғала булды, Аяттар уҡып, зекерҙәр ҡылып, теләктәр теләп кенә ултырҙы, Уның вафатына ун һигеҙ йыл инде хәҙер, Әлеге көндә уның йортонда Денис менән Лилиә биш бала тәрбиәләп, матур итеп донья көтөп торалар, Йыл һайын әңкәйҙең рухына,Лилиәнең ата- инәһенең рухына бағышлап аяттар уҡытып торалар, Бөгөн, Лилиә апаһының баҡыйлыҡҡа күсеүенең илле бер көнөнә бағышлап, улдары Рудиктың иҫән- һау Армия сафтарынан әйләнеп ҡайтыуына, үҙҙәренең, балаларының, яҡындарының, туғандарының иҫәнлегенә, һаулығына , доньяларының именлегенә тип ифтар мәжлесе үткәрҙе, Барлыҡ изге ниәттәрегеҙ, уй- хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын, иншаллаһ, Һәр ваҡыт шулай йөҙөгөҙ яҡты, йортоғоҙ ҡотло булып, туғандарығыҙ менән туғанлыҡтың араларын һыуытмай татыулыҡта, берҙәмлектә оҙон ғүмер кисерергә яҙһын Аллаһы бирһә🤲
Комментарии 1