Ауылыбыҙҙан ун биш егет СВОла, ике егет армия сафында хеҙмәттә, дүрт егет әлеге саҡырылыш менән Армия сафына әҙерләнә, Бөгөн, ошо егеттәребеҙҙең иҫәнлек- һаулығына, барыһы ла үҙ илдәренә, ғаиләләренә әйләнеп ҡайтһындар тип ҡорбан мәжлесе үткәрелде, Беҙҙең доғаларыбыҙ барып етеп, егеттәребеҙ еңеүҙәр менән ҡайтырҙар Аллаһы бирһә, иншаллаһ🤲Һуғыш яланынан мәрхүм булып ҡайтҡан ауылдашыбыҙ Илгиз Уралис улының рухына, күршеләребеҙ Морат Ғүмәр улының, Фидан Фидаиль улының, Денис Ильдус улының рухтары на бағышлап та доғалар ебәрҙек, урындары ожмахта булһын, Улар мәңге беҙҙең күңелдәрҙә һаҡланасаҡ, Был саранан ауылымдың бер кеме лә ситтә ҡалманы, Күмәкләшеп аҡса йыйылып ҡорбанлыҡ алынды, Ауылдан ситтә йәшәгән ауылдаштарыбыҙ ҙа битараф ҡалмай, ярҙам иттеләр, Һәр икеһенә Аллаһтың оло рәхмәте яуһын🤲🤲🤲эштәренән ҡыуанып, ғаилә бәхетендә,Хоҙайҙың ризалығында ғүмер кисерергә насип булһын,Иртән иртүк бөтә эштәрен ҡалдырып аш бешерергә, табын әҙерләргә килгән ҡыҙҙарға- Ханова Иринаға,Ахметьянова Резедаға,Кульмухаметова Люциәгә,Кульмухаметова Айгөлгә,клуб хеҙмәткәрҙәре Флюр менән Лилиә Мухаметьяновтарға, Айгөл Стародубцеваға ла ҙур рәхмәт, Ҡулығыҙҙан ҡыуанып, йөрөгән аяҡтарығыҙға сауап булһын, Ауылыбыҙҙың егеттәренә лә айырым рәхмәт һүҙҙәре еткерәһе килә, Улар үҙҙәре йыйылышып ауылға стелла ҡуйҙылар, әлеге көндә шишмәне тергеҙеү өҫтөндә эшләйҙәр,Ауылымдың шундай әүҙем, берҙәм, ихлас халҡы менән ғоруланмау мөмкин түгел,Киләсәктә лә шулай бер- беребеҙҙең шатлыҡтарын да, ҡайғыларын да уртаҡлашып берҙәм, татыу, дуҫ булып, тыныслыҡта, шатлыҡ- ҡыуаныста ғына йәшәргә яҙһын алтындарым🤲🤲🤲
Комментарии 4