Предыдущая публикация
Бер Аллаһҡа киләм һыйынып.
Көҙөн ҡоштар китә , яҙын ҡайта,
Тик үткәндәр ҡалды уйылып.
Ни яҙғандыр-белмәйем шул, яҙмыш.
Йөрәгемдә баҙлай ҡуҙ-күмер.
Уйҙарымды һығып ала йылдар-
Ғазаптарға түҙер юҡ әмәл.
Ни яҙғандыр-белмәйем шул, яҙмыш.
Юлдар урау, үҙе тын ғына.
Күҙемдән йәш тамһа, йөрәгемдән
Ник һығылып төшә аҡ томан?
Ни яҙғандыр-белмәйем шул, яҙмыш.
Күңелемдән тама ҡырҡ һорау.
Ғазап уттарының ялҡынынан
Йондоҙҙарға ҡарап йыр яҙам.
Зөлфиә Файрушина
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Комментарии 4