Предыдущая публикация
Яңлыш ҡына ҡайсаҡ зарланһам.
Ниҙәр генә бирмәнең һин миңә,
Ғүмер хазинамды барлаһам…
Ғүмер бирҙең миңә. Матур ғүмер.
Һынауҙарын бирҙең етерлек.
Йәнгә ғәзиз яҡындарым булды
Барыһына шөкөр итерлек.
Бирә барҙың миңә тейешлеһен,
Өлөшөмдөң миңә насибын.
Зиһен бирҙең, фиғел бирҙең миңә,
Ризыҡ бирҙең, бирҙең кәсебен.
Төҙәткелә мине яңылышҡанда,
Бәхетемде ҡайсаҡ әҙ күреп.
Ала күрмә, зинһар, биргәнеңде
Бара күрсе мине кисереп.
Фидәлиә Дәүләтгәрәева
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Нет комментариев