Предыдущая публикация
Тәбиғәт тә шаян ғына,
Алтын көҙ уйнап килә,
Әле генә йәйҙе оҙатып,
Төҫлө күлдәген кейә.
Һары, көрән төҫкә манып,
Тәбиғәтте ул йәмләй,
Ағастарҙы,ҡыуаҡтарҙы ,
Ялҡын төҫтәргә биҙәй.
Ҡояш нурҙары иркәләй,
Йылы нурҙары менән,
Баҫыуҙарҙа уңыш йыя,
Халҡым үҙ ҡулы менән.
Ямғырҙар ҙа яуып наҙлай,
Ҡороп кипкән ерҙәрҙе,
Көҙ ялҡыны алмашыныр,
Килер ҡышҡы миҙгеле.
Әлфинә Каримова -Мухамадеева.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Комментарии 3