Предыдущая публикация
Ауыл урамына керәм,
Саҡырҙылар ҡунаҡҡа,
Туғандар йәшәй тыуған йортта,
Яңы йыл ҡаршыларға.
Урамдар тып- тын торалар,
Юлдар ҙа таҙартылған,
Бар баҡсаны, өй баштарын,
Ҡар ҡаплаған, көрт баҫҡан.
Төнгө айҙа Зөһрә һылыу,
Һыу буйына юл алған,
Айҙың нуры ҡар өҫтөндә,
Ҡуяндың эҙен һалған.
Таҙа һауа яңғырап тора,
Бесән еҫтәре сыҡҡан,
Йәйге болондо иҫкә төшөрөп,
Баҡсала эҫкерт баҫҡан.
Туғандар югереп ҡаршы ала,
Доньялары алға бара,
Улар өсөн мин ҡыуанам,
Алыҫ булһа ла ара.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Комментарии 23