Соцаль селтәрҙә Күгәрсен ауылында йәшәүсе Тимерхан ағай Байгилдин хаҡында ауылдаштары шундай һүҙҙәр яҙа: "Ауылдашыбыҙ Тимерхан Үзбәкхан улына рәхмәтлебеҙ. Сөнки ул был донъяны бер аҙ булһа ла изгерәк итергә тырыша..."
Баҡтиһәң, Тимерхан ағай ҡорт ҡарағас, тәүге айыртҡан балын өлкәндәргә тартҡан. Баллап сәй эскән инәй-олатайҙар ауылдаштарына ихлас рәхмәт һүҙҙәрен, теләктәрен йәлләмәгәндер, моғайын. Ә яңыраҡ иһә, Тимерхан ағай балалар өсөн байрам ойошторған. Урамға, бәләкәй өҫтәлгә ҡуйған балдан һәр теләгән бала ауыҙ иткән.
Балаларҙың күңелендә изге, йомарт Тимерхан олатайҙары, уның балы тәме оҙаҡ һаҡланыр.
https://ejansura.ru/news/auyl-khuzhaly-y/2024-08-02/grant-ya-shy-yar-am-bul-an-3871697
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 1