Анон. Үҫмер саҡта баҡсаға һыуҙы күнәкләп ташып ҡоя торғайныҡ. Тиҙерәк эште бөтөрөр өсөн ҙурыраҡ күнәктәр менән ташый инем. Барыбер бөтмәҫ кәбеҫтә, помидор, ҡыяр хәлде ала һәм башҡалар төштән һуң рәхәтләнеп һыу ингәндә мин баҡсала мәж килә торғайным. Шул арҡала һуңға ҡалам, әсәм киске эңерҙә лучше мунса иң тип гел мунсаға ебәрә торғайны. Ә мин хәҙер тағы ике генә күнәк йылғанан килтереп ҡоям да мунсаға барам тип, бер генә сумып сығыуҙы әллә ней күреп йүгерә торғайным. Башта бер нисә тапҡыр әсәй ҙә күрмәне, бер нимә лә булманы. Тиҙ генә күнәктәргә һыу тултырам да ярға ултыртып торам, үҙем тәрән ергә сумып ярға йөҙөп сығам. Рәхәт ине! Парлы һөт һымаҡ киске йылға һыуы, ишеү көнө буйы һыу инеү хаҡында хыялланып йөрөгән кешегә - ләззәт! Әсәм 4беззе яңғыҙ үҫтерҙе, атай иртә үлде, шуғалыр ныҡ уҫал (строгий), һәр ваҡыт тәртип талап итте. Хәҙер шундай бер көндә иртәнге һалҡындан ҡояш ҡыҙҙырғансыға тиклем картуф утаным, көндөҙгө эҫелә өй иҙәндәрен һалҡын һыу менән йышып сыҡтым, тәмле аштан һуң китап бер ярты сәғәт булһа ла уҡыным. Төш етеүгә табан аш бешереү менән әсәйемә булыштым да баҡсаға сыҡтым. Ҡайҙа бөтмәҫ сүп, шуны утап, аҙаҡ һыу ҡойҙом. Кис төштө, эңер ваҡыты саҡ ҡойоп бөттөм тигәндә әсәй сығып еләктәргә лә азырак һипһәңсе, ҡороп ултыралар ҙа һуң тигәс,елэклекте ҡойоп сыҡтым. Һәр көндәгесә һуңғы ике биҙрә һыу тултырып ултыртам да сумам тип талпынып тағы йүгерҙем. Ҡапҡа аша сыҡҡансы абынып ике йығылдым, шул тиклем ашығам, ҡараңғылап китте. Ишеү әсәй күреп ҡалмаһын типтер инде. Ике ауыр кунэгемде бырыңғай һыуға төшөрҙөм дә күтәреп алам тиһәм, нимәлер ҡапыл аҫҡа тартты. Күнәктәрем аша әйләнеп һыуға сумдым. Күнәктәр аҫҡа тарта, мин ыскындырмайым, овраг ситенә аяғым ҡырылып төштөм. Баягы ҡулдарҙы ысҡындырып өҫкә сығам тиһәм, аяҡтан кемдер тотҡан кеүек. Тын ҡыҫыла, өҫкә калктым, кире тартып һыу аҫтына алды. Шул арала әсәйемдең ярһып ҡысҡырған тауышын ишетеп һуңғы көскә өҫкә ынтылдым. Һәм Хоҙайҙан үтенеп ярҙам һораным. Ҡапыл атылып, ҙур тиҙлектә ярға бәрелеп тигәндәй, нимәлер этеп сығарҙы. Аяғым йыртылған, әсәмден ҡото осҡан, күнәктәр ятып ҡалды. Әсәйем ҡосаҡлап илай, ағайҙар өсөһө лә ҡырҙа инеләр. Рәнйеп илай, нимәлер һөйләй - һөйләй ҡосаҡлай. Мин йылғаға карайым, түңәрәк ҙур өйөрмә (воронка) ҙур тиҙлектә өйөрөлә. Аҙыраҡ иҫкә килгәс, сумып күнәктәрзе сыгарайыммы тигәйнем, әсәйем яр ситендәге шыйыҡ ҡына тал сыбығын йәһәт кенә өҙөп, "үлә яҙҙың, һаман етмәй" тип эләктерзе. Өйгә метеор тиҙлегендә ҡайтып еттем. Икенсе көнөнә юғары температура менән яттым, бер аҙна фельдшер апай беҙҙән сыҡманы. Күрше һәм урам инәйҙәре көнө-төнө баш, аяҡ осомда ултырып уҡыналар, мин шәбәйеп күҙҙе асҡанда өс ағайҙа өйҙәләр ине, теге батҡан ике күнәк шакартма ла түңкәрелеп, ҡояшта ҡыҙынып торалар ине. Һәм, ниһайәт, геүләп Ағиҙел насосы эшләп баҡсаны ҡоя ине. Тик аяҡ ҡына оҙаҡ шэбэйзе, аяҡта кемдеңдер, йә нимәнеңдер ҙур бармаҡ эҙҙәре күгәреп торҙолар. Сатанлап йонсоном, Баймаҡтағы бер көслө бабайға алып барып күрһәткәс йүнәлдем. Эҙҙәр ҙә юғалды, йылғаның үҙ хужаһы барлығын, рөхсәтһеҙ ҡараңғы төшкәс яңғыҙым һыу керергә ярамағанын шунда аңланым.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев