Беләһегеҙме ни өсөн мин уның компьютер мәхшәрҙәрен ғәфү иттем? Сөнки ул бер ҙә сексуаль маньякка оҡшамағайны. Хатта киреһенсә. Быға тиклем кем менән осрашһам да тел төбөнән түшәк бүлешеү уйы һиҙелә ине. Ә был... Минең фатирҙа булды - ниндәйҙер линукс, пингвиндар хаҡында ғына һөйләне. Мин тәки уның биологмы, әллә башҡа һөнәр эйәһеме икәнен аңлай алманым. Үҙен "сисадмин" тип таныштырғас, ҡолап китә яҙҙым.
Уның йортона ҡунаҡҡа барғанда ла миңә ҡағылыу түгел яҡын да килмәне. Миндә хатта ҡыҙыҡһыныу уянды. Ҡана бының күңелен уятайым әле, тим. Юҡһа үҙемде ышанысһыҙ тоя башланым.
Әммә Айҙар бер нисә көнгә юғалды, хатта шылтыратып ғәфү ҙә үтенмәне. “Барыһы ла бөттө...” - тип уйланым. Егет минең ҡапыл ғына ҡасып китеүемә үпкәләнеме, әллә үҙен ғәйепле һанап, күҙемә лә күренергә уңайһыҙлана микән?..
Көтөүҙәрем ғазапҡа әүерелде, мин: “Әллә үҙем тәүге аҙымды яһарға микән?” - тип төрлө вариантар уйлай башланым. Һәм... Бер кистә моңһоу ғына эштән ҡайтып килһәм... Минең “мөғжизәм” балҡып тора!
Тулыһынса: https://agideljurn.ru/articles/s-sm-r-r/2023-08-08/programmist-k-l-she-k-nd-legen-n-3377745
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев