“...Ҡар тигәнем – тормош-даръя икән,
Аҡ ҡарҙағы миләш – мин үҙем”.
(Әнисә Таһирова).
Ике бүлмәле ыҡсым ғына фатир. Уның уртаһына ҡуйылған ҙур өҫтәлдә – һикһән йылға яҡынлыҡ тарих: һарғая башлаған боронғо фотоларҙан, ҡәҙерләп һаҡланған элекке китап-журналдарҙан алып бөгөнгө “Ағиҙел”, “Башҡортостан” һәм ялтырап торған заманса баҫмаларға тиклем. Эш, ижад менән үткән ғүмер, шул уттың осҡондарын һаман да һүндермәҫкә ынтылыу сағылышы был. Шулай ҙа был өҫтәлдән хәҙер күберәк һағыш һирпелгәндәй...
Ә ихлас ҡыуанып ҡаршы алған, өлтөрәп йөрөп сәй ултыртҡан, йөҙөнән йылмайыу китмәгән, тауышы шағирәләрсә “йырлап торған” Әнисә апай ТАҺИРОВА һаман да йәш сағындағылай һөйкөмлө, матур, етеҙ. Ҡарашы талапсан, һынамсыл да. Бына ул ҡулына фотолар һаҡланған ҡәҙерле альбомын алып, һаҡлыҡ менән генә аса башлай...
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев