Предыдущая публикация
ҠАЙҘА ҺЕҘ?
Таһир-Зөһрә ҡауышҡанда
Дөрләгән ғишыҡ уты.
Ай тотолған: "Ерҙә, — тигән, —
Былай ҙа хәҙер яҡты".
Ай күргән, тик Ҡояш алған,
Яман күҙҙәрҙән һаҡлап.
Донъя илаһи һөйөүҙең
Йырҙарын алған ятлап.
Ай әле лә эҙләй һәр төн:
"Ҡайҙа һеҙ, Таһир-Зөһрә?
Ятмы ни һеҙгә был быуат,
Ҡайтығыҙ, Таһир-Зөһрә!
Йондоҙ атылыр йөрәктә,
Табышһағыҙ Ай ҙа һеҙ,
Нурға тулыр ине донъя,
Таһир-Зөһрә, ҡайҙа һеҙ?"
2017 йыл. Һайланма әҫәрҙәр китабынан.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев