* * *
Ағыла ла болот ағыла...
Хәсән Туфан
Ағыла ла болот ағыла,
Тейер теймәҫ үтә тауҙарға.
Киткәндәргә тыныс йоҡо теләп,
Ғүмер генә теләп һауҙарға.
Ағыла ла болот ағыла,
Тауҙарыма килеп абына.
Китеп бара тыуған яғыма,
Йөрәгемә минең ҡағыла,
Уйҙарыма минең тағыла,
Ағыла ла болот ағыла...
Ағыла ла болот ағыла
Тыуып ҡына үҫкән яғыма.
Ҡоштар һымаҡ,
Тауыш ҡуша ла
Тау өҫтөндә ҡанат ҡағына.
Ағыла ла болот ағыла,
Болот һымаҡ,
Азат булһаңсы,
Дүрт тараф та асыҡ булһасы.
Ҡанаттарҙы инде елпей-елпей
Һағыштарҙан ҡасып булһасы...
Ағыла ла болот ағыла...
Ағыла ла болот ағыла,
Туҙҙыр әле, йәшен, ҡамсыңды.
Тәҙрәмә минең һибеп кит
Йәшем һымаҡ ҡына тамсыңды...
Ағыла ла болот ағыла...
2019 йыл. Һайланма әҫәрҙәр. 4 том.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев