* * *
Бөгөн иртән тороп,
Ат ектек беҙ,
Ҡуҙғалайыҡ әле яланға.
— Изге сәғәттә, — ти
Атай шул саҡ.
Юлығырбыҙ, бәлки, даланға.
Иренеп кенә
Ат ҡуҙғалды беҙҙең
Арбабыҙ ҙа бара келтерләп.
Алдыбыҙҙа беҙҙең,
Ебәк кеүек,
Монар ҡалҡан даһа елберләп.
Күк сылтырай,
Ә атайым йырлай.
Күңеле һуң — ҡоштоң ояһы.
Йырҙан туҡтап,
Шунда әйтә атай:
— Ниңә йырлата һуң донъяһы?..
Әй йырлай ҙа атай,
Әй йырлай бит,
Ниңә моңаяһың — ҡураң бай.
Әллә ҡайҙан хаттар яҙа икән,
Эскәйҙәрҙе өҙөп, Буранбай.
Илкәйеңдән ниңә аҙаштың һуң,
Һаман ҡайтмайһың бит,
Ни эшең?
Ҡышҡайҙарын ҡайҙа
ҡышлайым тип,
Аптырап та йөрөй Бейешең.
Еркәйебеҙ ҡанға туҙа лаһа,
Еркәйбеҙ гөжләй хәс иләү.
Илебеҙҙе ниңә зыр илата
Әллә ҡайҙан килгән Тәфтиләү.
Ниңә ҡапыл ғына ҡараным һуң
Атайыма шул саҡ уҡталып.
— Ниңә торҙо икән олатайҙар
Ҡәһәр Тәфтиләүҙән туҡмалып...
Монар кеүек,
Ниңә елберләй һуң
Алдарымда ятҡан болоном.
— Яҙмыш, — тине атай, —
Ни ҡылаһың,
Бер аңларһың әле, ҡолоном...
Сал уҙаманмын мин,
Тыуған төйәк —
Сая бөркөттөң тын ояһы.
Йыр йырлайым,
Үҙем аптырайым:
Ниңә йырлата һуң донъяһы?..
2013 йыл. "Йәшәүҙәре бәхет донъяла"
исемле китаптан.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев