Предыдущая публикация
1.Моңло бер йыр ишетелә,
Тып-тып тамған тамсынан.
Туйып булмай йәшәүҙәрҙән,
Ғүмер бигерәк аҙ һымаҡ.
Ҡуш-та:Тамсы тама, тамсы аға,
Ямғыр һыуҙары булып.
Шул һыуҙарҙай үткән ғүмер,
Ҡайтмай шул болот булып.
2.Шыбыр- шыбыр яуа ямғыр,
Түбәлә бейей тамсы.
Йәшнәп торған йәшлек үтә,
Күҙҙәр асып йомғансы.
Ҡуш-та:Тамсы тама, тамсы аға,
Ямғыр һыуҙары булып.
Шул һыуҙарҙай үткән ғүмер,
Ҡайтмай шул болот булып.
3.Тамсы тама,тамсы тама,
Аға ямғыр һыуҙары.
Аҡҡан һыуҙай ғүмер үтә,
Уҙа йәшлек йылдары.
Ҡуш-та:Тамсы тама, тамсы аға,
Ямғыр һыуҙары булып.
Шул һыуҙарҙай үткән ғүмер,
Ҡайтмай шул болот булып.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев